Сәйәси партиялар вәкилдәре Белем көнө уңайынан сараларҙа ҡатнашты

Иғтибар, балалар! Бөгөн Хәйбулла районы Аҡьяр ауылының 1-се урта мәктәбендә юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү кабинеты асылған. Ул “Хәүефһеҙ юлдар” проектына ярашлы булдырылған. Махсус йыһазландырылған бүлмәлә уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы дәрестәр ойоштороу ҡарала. Тәүгеһендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе ағзаһы  Зариф Байғусҡаров ҡатнашты. Уның һүҙҙәренсә, балалар үҙҙәрен һаҡлай белергә тейеш.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика парламенты депутаты, КПРФ-тың төбәк бүлексәһе секретары Юнир Ҡотлоғужин бөгөн Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында үткән тантаналы линейкала ҡатнашты. Ул белем усағы музейына Еңеү байрағын бүләк итте. “Йәш быуын Совет халҡының  ҡаһарманлығын белеп үҫергә, улар өсөн ғорурланырға тейеш”, - тип белдерҙе Юнир Ҡотлоғужин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дәүләт Йыыйылышы – Ҡоролтай депутаты, "Йәшелдәр" Рәсәй экология партияһы рәйестәше Руфина Шаһапова 1 сентябрҙе балалары менән бергә үткәргән. Ул беҙҙең радиоға биргән интервьюһында Өфөлә үтәсәк “Йәшел планета” фестиваленә әҙерләнеүе хаҡында хәбәр итте. Сара балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт