Беренсе тапҡыр мәктәпкә барған етем балаларға бүләктәр һәм иҫтә ҡалырлыҡ байрам

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфө ҡала планетарийында етем балаларға үҙенсәлекле хәйриә акицияһы ойошторолдо.

Сараға ғаиләне алмаштырыусы, опекун ғаиләләрендә һәм махсус интернат учреждениеларында тәрбиәләнгән 63 малай һәм ҡыҙ саҡырылды. Ун беренсе тапҡыр үткәрелгән байрамда бәләкәстәрҙе аниматорҙар ҡыҙыҡлы уйындарға йәлеп итте.

«Ғаилә» психологик, медицина-социаль ярҙам республика үҙәге был сараны йомарт бағыусылар һәм социаль яҡтан яуаплы бизнес әһелдәре ярҙамы менән үткәрҙе.

Гүзәл Борханова