Медицина тармағы хеҙмәткәрҙәре яҡлаулы

Your browser doesn't support HTML5 video.

2020 йылдың апреленән һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләгән профзоюз ағзаларына ярҙам маҡсатында махсус программа булдырылған.

Был программа эшләй башлағандан алып КОВИД -19 менән ауырыған профсоюз ағзаһына матди ярҙам күрһәтеүгә үҙгәрештәр индерелә. Бынан тыш Башҡортостандың 1325 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәренә дауаланыуға һәм реабилитация үтеүгә тармаҡ профзоюзы матди ярҙам йүнәлтә.

Пандемия башланғандан алып 9 меңдән ашыу профзоюз ағзаларын һауыҡтыруҙа ярҙам ителә. Социаль страховкалау фонды аша 13 900 ашыу кешегә страховка түләтеүгә ирешелгән.

Хеҙмәткәрҙең тармаҡта эш стажын иҫәпкә алып, 8 меңдән алып 20 меңгә тиклем матди ярҙам күрһәтеү ҡаралған.

Ковид менән зарарланыу осрағы барлыҡ дауаханаларҙа ла тикшерергә ярҙам итәбеҙ. Был тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса документтарҙы социаль страховкалау фондына йүнәлтәбеҙ һәм федераль программа буйынса ла страхвка түләтеүгә ирешәбеҙ.

Рауил Халфин, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика Профсоюзы рәйесе

Гүзәл Борханова