Радий Хәбиров республика телеканалдарына ҙур интервью бирҙе

Республика телеканалдарында Радий Хәбировтың интервьюһы була. Ул ҙур спорт сараларына арнала. Башҡортостан етәксеһе ни өсөн беҙҙә ошондай ярыштарҙың ойошторолоуы тураһында һөйләй. 2021 йыл Башҡортостанда донъя кимәлендәге ваҡиғалар булды. Бөтә донъя фольклориадаһы, “Йәш һөнәрмәндәр” финалы, юниорҙар араһында көрәш буйынса донъя чемпионаты үтте. Алда волейбол буйынса донъя беренселеге һәм Евразиада көтөлә.  Радий Хәбиров менән булған әңгәмәне иртәгә 22 сәғәт 5 минутта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, иртәнге сәғәт 9-ҙа, 14 сәғәт 15 минутта һәм 16 сәғәт 35 минутта “Башҡортостан-24” телеканалында, 12 сәғәт 15 минутта “Рәсәй-24” каналында ҡарарға була.