Рәсәйҙә «Пушкин картаһы» федераль проекты ғәмәлгә ашырыла башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Мәҙәни ял – бушлай. Рәсәйҙә «Пушкин картаһы» федераль проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Виртуаль картаға ярашлы йәштәр музей, театр, филармония, галерея, кинотеатр кеүек мәҙәни учреждениеларға бушлай үтә ала.

Карта иҫәбенә билеттар өсөн дәүләт тарафынан 3 мең һум аҡса бүленә. Был хеҙмәттәр менән 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге шәхестәр файҙалана ала. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ял көндәрен файҙалы һәм фәһемле итеп үткәрергә теләүсе йәштәргә мәҙәни сараларға ата-әсәләренән аҡса һорарға кәрәкмәйәсәк. 14 йәштән 22 йәшкә тиклемгеләргә «Пушкин картаһы» ярҙамға килә. Уның буйынса мәҙәни учреждениеларға бушлай инергә мөмкин.

Программаға ярашлы, йәштәргә мәҙәни учреждениелар репертуары тикшереү үткәс кенә тәҡдим ителә. «Пушкин картаһы» алдында тәрбиәүи эште һәм мәҙәни белемде камиллаштырыу маҡсаты ҡуйылған.

«Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» порталында теркәү үткән йәштәр билеттарға күсерелгән сумманы бер йыл эсендә тотонорға тейеш. 23 йәше тулған шәхестәр бушлай карта менән файҙалана алмаясаҡ, сөнки карта иҫәбендәге балдар юҡҡа сыға. Ил президенты ҡарары менән ғәмәлгә ашырылған проект оҙайлы ваҡытҡа индерелә.

Флорида Ким