Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял паркында алма байрамы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сара тәүгә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, бик емешле булды. Баҡсасылар йәрминкәлә алманың ике тиҫтәнән ашыу төрөн тәҡдим итте. Оҙайлы йәйге селлә, ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, мул уңыш йыйыусылар етерлек.

Милли мәҙәниәттәр үҙәге уҙғарған фестивалдән умартасылар, ҡул эштәре оҫталары ла ситтә ҡалманы. Өҫтәлдәргә йүкә, сәскә балы ла ҡуйылды. Райондың үҙешмәкәр коллективтары иһә халыҡты дәртле йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө.

Фестивалдә сәскә үҫтереүселәр конкурсында ҡатнашҡан гүзәл заттарҙы ла тәбрикләнеләр. Иҫке Ишембай ҡасабаһында йәшәүсе Әлфиә Хәлимова еңеүселәрҙең береһе. Ҡатындың ихатаһында сәскәнең алтмыштан ашыу төрө булыуы билдәле.

Гөлназ Хәйбуллина