“Ауыл тренеры” программаһы ил буйынса тормошҡа ашырылыуы ихтимал

Радий Хәбировтөп республика телеканалдарына интервьюһында шулай тип белдерҙе. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, Рәсәй Спорт министрлығында “Ауыл тренеры” республика программаһын бөтә илгә таратыу мөмкинлеге өйрәнелә. “Бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарҙа ла балалар спортта юғары уңышҡа өлгәшһен өсөн оҫта һәм тәжрибәле белгестәр кәрәк. Ауыл тренеры программаһы ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн булдырылған”, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров менән һөйләшеүҙе бөгөн 12 сәғәт 10 минутта “Рәсәй-24” каналында, 14 сәғәт 15 минутта һәм 16 сәғәт 35 минутта “Башҡортостан-24” телеканалында, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында  22 сәғәт 05 минутта ҡарарға була.