“Ямғырҙан йәшен. Павильонға ин”

   "Инцидент-менеджмент" системаһында теркәлгән мөрәжәғәттәрҙең береһе Иглин районынан килгән.

  “Был фотоһүрәттә автобус көтөп торған балалар һәм өлкәндәр һүрәтләнгән. Әле бында бер ниндәй ҙә туҡталыш павильоны юҡ. Балалар ямғыр аҫтында тора.  Ҡыш яҡынлашып килә. Кешеләр елдә һәм ҡар яуғанда ҡайҙа йәшенергә тейеш? Тәртип урынлаштырыуығыҙҙы һорайбыҙ”, - тип яҙған Евгения Таушева.

   Билдәләнгән проблеманы хәл итеү менән Юл хужалығы идаралығы шөғөлләнә. Июль уртаһында Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка юлында Юл хужалығы идаралығы, муниципалитет вәкилдәре һәм ташыусыларҙан торған комиссия йыйыла. Был урында туҡталыш ҡуйыу мәсьәләһе тикшерелә. Унда  автопавильон эшләргә ҡарар ителә.

   Август айында Иглин ауылының Көнбайыш һәм Лермонтов урамдары араһында халыҡ күптән көткән туҡталыш павильоны ҡуйылған. 

   Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.

#Инцидент #ЦУР #Башкортостан 

Фото: "Инцидент-менеджмент".