Һыу инеү миҙгеле рәсми ябылды

Республиканың һыу ятҡылыҡтарында ял зоналары ябыла. Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығы иҫкәртеүенсә, хәҙер йылға-күлдәрҙә һыу инеү ғүмер һәм сәләмәтлек өсөн хәүефле. Быйыл йөҙөү миҙгелендә баш ҡалабыҙ биләмәләрендә һыу буйҙарында ял итеү өсөн 10 махсус зона эшләне. 1 июндән рәсми асылған ҡомлоҡтарҙа дежурлыҡ ойошторолдо. Һыу ятҡылыҡтары көнө буйы ҡотҡарыусылар күҙәтеүендә булды. Водолаздар төркөмө иһә тәүлек әйләнәһенә дежурҙа торҙо.