Күгәрсен һәм Баймаҡ райондарында ут менән көрәшәләр

Бөгөн Күгәрсен районы Маҡар  ауылында  ике  йорт  һәм  ҡаралтылар янған. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, ут электр сымдарынан сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, көслө ел янғынды һүндереүгә ҡамасаулаған, әммә уттың таралыуына юл ҡуйылмаған. Бөгөн янғын хәүефе арҡаһында Баймаҡ-Сибай юлы ваҡытлыса ябылған. Ғәле ауылынан  16 кеше хәүефһеҙ урынға күсерелгән. Әле Баймаҡ районында  тәбиғәт  янғын  менән көрәш дауам итә, тигән мәғлүмәттәр бирә  ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы.