Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, ҡурҡыныс сир 1 мең 159 кешенең ғүмерен өҙгән. Вафат булыусыларҙың 926-ы 60 йәштән өлкәндәр. Бынан тыш, һуңғы тәүлектә ауырыусылар исемлегенә 304 кеше өҫтәлгән.
Вакцинацияға килгәндә, бөгөнгә беренсе компонент 1 миллион 173 меңдән ашыу кешегә яһалған. Барлығы 1 миллион 26 мең 67 кеше прививка эшләтеүҙе тулыһынса тамамлаған. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар исемлеге 17 мең 590 кешегә тулыланған.