Иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде. «Агропромбизнес» компанияһы етәксеһе Владимир Мохов билдәләүенсә, заманса комплекстың хаҡы 500 миллион һумдан ашыу.
Унда көнбағыш майын һығыу һәм һауыттарға тултырыу, шулай уҡ кҡатнаш аҙыҡ етештереү буйынса цехтар асылыр тип көтөлә. Эшкә урынлашасаҡ белгестәр өсөн Сайран ауылында ике ҡатлы биш йорт төҙөү ҙә ҡарала. Радий Хәбиров был проектҡа һалым ташламалары биреү мөһимлеген билдәләне.
Бынан тыш, инвесторға инженер инфраструктураһын булдырыу сығымдарының бер өлөшө ҡапланасаҡ. «Инвестиция сәғәте»ндә шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында тышҡы стена панелдәре етештереү буйынса завод төҙөү мәсьәләһе тикшерелде. Инвестор яңы проектҡа 190 миллион һум аҡса һалырға һәм 25 эш урыны булдырырға йыйына.
Илдар Байбулатов