Урман янғындарына бәйле эвакуацияланған Баймаҡ районы Ғәле ауылы кешеләре үҙ йорттарына ҡайтты

Янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр тырышлығы менән урман янғыны кешеләрҙең йорттарынан өс йөҙ метр алыҫлыҡта туҡтатылды. Ваҡиға урынында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре дежурҙа тороуын дауам итә. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Төн урталарында Ғәле ауылы эргәһендә яңы урман янғыны башлана. Янғынды беренселәрҙән булып ирекмәндәр күреп ҡала һәм ранецтар аҫып утты һүндерергә тотона.

Ғәле ауылы эргәһендәге яңы урман янғынын һүндереүгә 50 берәмек техника һәм 472 кеше йәлеп ителгән. Ауыл һәм зыярат тирәләй ер һөрөлгән. Төнөн башланған ямғыр ҙа янғын һүндереүҙе бер ни тиклем еңеләйткән.

Янғын 750 гектар майҙанда таралып өлгөргән. Көслө ел һөҙөмтәһендә ут ауыл яғына йүнәлгән. Оператив штаб тарафынан халыҡ Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларына эвакуацияланған. Әлеге ваҡытта улар өйҙәренә ҡайтҡан. Римма Кәлимуллина әйтеүенсә, был уның өсөн иң ҡәһәрле төн булған, әлеге ваҡытта ул башҡа ауылдаштары менән үҙҙәрен ҡотҡарыусыларға рәхмәт йөҙөнән төшкө аш хәстәрләй.

Ғәле ауылына баймаҡтарға ярҙам итеү өсөн Өфөнән аэромобиль янғын һүндереүселәр төркөмөнән тыш, Күмертауҙан, Сибайҙан һәм Йылайыр ауылынан да хеҙмәттәштәре килеп етә.

Әлеге ваҡытта урмансылар һәм ирекмәндәр янғын сыҡҡан биләмәләрҙе ҡарауыллай. Ел дә бер аҙ тына төшкән. Янғын тулыһынса туҡтатылһа ла, янғын һүндереүселәр Ғәле ауылы янында ҡала.

Гүзәл Борханова