Һуңғы тәүлектә коронавирустан вафат булыусылар исемеге йәнә 15 кеше менән тулыланған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, ҡурҡыныс сир 1 мең 174 кешенең ғүмерен өҙгән. Үлеп ҡалыусыларҙың 939-ы 60 йәштән өлкәндәр. Бынан тыш, һуңғы тәүлектә ауырыусылар исемлегенә 303 кеше өҫтәлгән.

Вакцинацияға килгәндә, бөгөнгә беренсе компонент 1 миллион 183 меңдән ашыу кешегә яһалған. Барлығы 1 миллион 40 мең 606 кеше прививка эшләтеүҙе тулыһынса тамамлаған. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар исемлеге 24 мең 189 кешегә тулыланған.