Республиканың төрлө райондарынан килтерелгән ауыл хужалығы тауарҙары сағыштырмаса түбән хаҡҡа тәҡдим ителә. Йәшелсә, емеш-еләк, һөт һәм бал продукцияһын һатып алырға мөмкин. Ямғыр аҫтында эшләгән йүнселдәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Архангел районынан Диана менән Рөстәм Зәкиевтар ҡортсолоҡ менән унынсы йыл шөғөлләнә. Дүрт йөҙҙән ашыу умарта тоталар. Ғаилә Өфөләге ауыл хужалығы йәрминкәләрендә даими ҡатнаша, аҙна һайын кәмендә йөҙ килограмм бал һатыуға сығарыла. Өҫтәлдә быйылғы, былтырғы уңыш та бар. Сифатлы продукция Башҡортостандың өс районында етештерелгән.
Өфөнөң Спорт һарайы янындағы майҙанды умартасылар ҡамап алған. Әйтерһең дә, сираттағы бал йәрминкәһе. Бөрйән, Белорет, Ғафури, Шишмә, Иглин райондарынан йүнселдәр килгән. Продукция күләме күп булғанға күрә, хаҡтар күтәрелмәгән, уҙған йыл күрһәткесендә һаҡлап ҡалына. Татлы ризыҡты урында уҡ тәмләп тә ҡарарға мөмкин ине. Халыҡҡа балдан тыш, башҡа төр ауыл хужалығы тауарҙары ла тәҡдим ителде.
Йәйгеһен ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан баҡсасылар мул уңыш үҫтерә. Өҫтәлдәр тулы емеш-еләк, йәшелсә. Әммә көҙҙөң тәүге аҙнаһында ойошторолған йәрминкә йүнселдәрҙең бер аҙ кәйефен төшөрә. Сөнки һатыу бер һүҙ менән әйткәндә, уңышлы бармай.)
Иртәнге сәғәттәрҙә башланған ямғыр ауыл хужалығы тауарҙарына һорауҙы ҡырҡа кәметте. Быға тиклем халыҡ геү килгән майҙанда ямғыр тауышы ғына яңғыраны. Шул уҡ ваҡытта яуым-төшөм сәбәпле ҙур ташламалар яһалыр тип өмөтләнеп килеүселәр ҙә табылды. Хәйер, йүнселдәр хаҡты үҙҙәре лә төшөрөргә әҙер ине. Сөнки тауарҙы кире тейәп ҡайтыу икеләтә сығымлы.
Баҡсасылар, фермерҙар өсөн көҙгө байрамдар, ял көндәре – мул уңыш менән сауҙа итеүҙең иң ҡыҙған мәле. Ятып ҡалғансы, һатып ҡалырға тырышалар. Тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып барыусыларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уларға, хатта, ямғыр ҙа кәртә түгел. Ауыл хужалығы тауарҙарына һорау ғына кәмемәһен.
Гөлназ Хәйбуллина