Милләттәр берҙәмлеге өсөн. Белорет ҡалаһында Владимир Путин раҫлаған Рәсәйҙең яңы милли хәүефһеҙлек стратегияһына арналған гражданлыҡ форумы үтте.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ойошторған кәңәшмәгә 300-ҙән ашыу кеше йыйылды.Осрашыуҙа мосолмандарҙың илһөйәрлек, социаль һәм гражданлыҡ әүҙемлеге, рухи йолаларҙы, ҡиммәттәрҙе һаҡлау, балаларҙа әхлаҡ, түҙемлелек тәрбиәләү мәсьәләләре күтәрелде.
Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, был форум белем биреү, фекер алышыу өсөн практик майҙансыҡ булып тора. Ул сәйәси һәм социаль медитация өлкәһендә мосолмандарҙың эшмәкәрлеген көсәйтергә ярҙам итәсәк.
Илдар Байбулатов