Исемдәре Башҡортостандың күренекле кешеләре энциклопедияһына индерелгән

Ишембай районынан Ләлә менән Рәжәп Ишҡоловтар хаҡлы ялға сыҡҡансы мәғариф өлкәһендә эшләгән.

Мәктәптә 16 йыл эшләгәндән һуң, Рәжәп Ишҡоловты Ишембай мәғариф бүлегенә инспектор итеп эшкә саҡыралар, аҙаҡ профсоюз рәйесе, партияның ҡала комитетында ла эшләп ала. Мәғариф бүлегендә эшләү йылдарында ниндәй генә уҡытыусылар осраманы, барыһы менән дә уртаҡ тел таптым, һәр береһенә кәңәштәрем менән ярҙам итергә тырыштым, ти ул.

Буласаҡ тормош иптәше Ләлә Нәжип ҡыҙы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында педагогия институтында уҡығанда таныша, бергә физика-математика факультетын уңышлы тамамлап, ауыл мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайталар.

Ләлә Ишҡолова Этҡол ауылы ҡыҙы, ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән ата-әсәһе юлын һайлай. Тыуған ауылында 15 йыл уҡытыусы, 23 йыл мәғариф бүлегендә методист булып эшләй. Уларҙың икеһенең дә исеме Башҡортостан республикаһының күренекле кешеләре энциклопедияһына индерелгән. Хәҙер инде улар хаҡлы ялда. Ике ул үҫтереп, бер ейәнсәр, ике ейәнен һөйөп туя алмай, бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр.

Әлфинә Килдейәрова