Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында яңы театр миҙгеле асылды

Ижади байрам уңайынан театрҙа көтөп алынған премьера үтте. Корней Чуковскийҙың «Доктор Айболит» спектакле аша сәхнә оҫталары заманса темаларға туҡталды. Ҡатмарлы шарттарҙа үҙ һөнәренә тоғро ҡалған табиптарға спектакль аша рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.

90 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Ҡурсаҡ театрында тағы ла ике премьера көтөлә. Тулыраҡ мәғлүәмт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Сағыу костюмдар кейгән клоундар Корней Чуковскийҙың билдәле «Доктор Айболит» әҫәрен заманса башҡарып тамашасыларға яҡшы кәйеф өләшә. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары клоунада жанрында тәүге спектаклде әҙерләп яңы театр миҙгелендә премьера тәҡдим итте. Бай йөкмәткеле, фәлсәфәүи күҙлектән кешелекле спектакль тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы.

Премьераға Айболит образы осраҡлы һайланмаған. Пандемия менән бәйле һуңғы ваҡиғаларҙы иҫәпкә алып заман геройҙары – ул табиптар тигән идея хупланған. Корней Чуковскийҙың билдәле әҫәре яңы ҡараш менән яңыса образдар аша сәхәнәләштерелде.

Премьераға театр труппаһы бер ниәс ай дауамында әҙерләнгән. Иртәле-кисле репетиция, декорацияларҙы яңыртыу, спектакль эстәлеген тулыландырыу кеүек мәшәҡәттәр өҙлөкһөҙ алып барылған. Әкиәт өсөн тиҫтәләгән яңы ҡурсаҡ тегелгән.

Мөғжизә һәм әкиәт донъяһына әйҙәгән ҡурсаҡ театры матурлыҡ өләшеп кенә ҡалмай. Спектаклдәр аша әхлаҡи, тәрбиәүи маҡсаттар үтәлә. Кешелекле, ғәҙел, ярҙамсыл булырға өйрәткән әҫәрҙәр кескәйҙәр өсөн генә түгел, ата-әсәләрҙең күңелендә ыңғай тәҫьораттар уята.

Флорида Ким