Өфөлә «Йөрәк маршруты» акцияһы үтте. Һауа торошоноң ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, Ағиҙел яры буйына үҙҙәренең һаулығын хәстәрләүселәр йыйылды.
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә Республика кардио үҙәге «Йөрәк маршруты»н аҙна һайын ойоштора. Йола буйынса профилактик акцияла ҡатнашыусыларҙы фитнесс-инструктор сәләмләне.
Дәртләндергес зарядка һәм «Йәшлек» түңәрәгендә шөғөлләнеүсең йыр-моңо сараны биҙәне. Саф һауала йөрөү артериаль баҫымды түбәнәйтергә ярҙам итә. Бынан тыш, физик күнегеүҙәр йөрәк-тамыр ауырыуҙарын иҫктәреүсе иң отошло ысул, ти табиптар.
Әлфиә Килдейәрова