Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 1 урында тәбиғәт янғыны сыҡҡан. Ул Учалы районында. Әле Республиканың 3 төбәгендә урман яна. Иң ҙур майҙандар Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил районында, унда мең ярымдан ашыу гектарҙы ут ялмаған. Белорет, Бөрйән һәм Учалы райондарында 3 урында янғын һүндерелгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика идаралығынан.