Башҡортостанда айыуҙар әүҙемләшкән

Республикала айыуҙар әүҙемләшеү сәбәпле кемпингтар ябыла. Ҡотҡарыусылар туристарға махсус иҫкәрмә яһаны. Көҙөн айыуҙар әүҙемләшә, йылдың тап ошо миҙгелендә кешеләрҙең тайыш табандар менән осратыуы йышая.  “Башҡортостан” Милли паркында бер нисә кемпинг ябылған. Турист туҡталҡаларына үтеү урындарында тимер-бетон блоктар һалынған, шлагбаум ҡуйылған. Бушаған биләмәләрҙе айыуҙар үҙ иткән.