Өфөлә йылытыу һәм ҡарҙы таҙартыу буйынса оператив штаб булдырыла

Радий Хәбиров Өфөлә йылытыу һәм ҡарҙы таҙартыу буйынса оператив штаб булдырырға ҡушты. Башҡортостан Башлығы бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шундай тәҡдим менән сығыш яһаны. “Оператив штаб янында шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәген дә ойошторорға кәрәк. Халыҡ йылытыу һәм ҡар таҙартыу мәсьәләләре буйынса берҙәм үҙәккә мөрәжәғәт итә алырға тейеш”, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Быйыл ҡыш Өфөлә фатир хужаларына йылытыу өсөн артыҡ ҙур түләү килде. Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп Республика етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Бөгөнгө ултырышта баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин артыҡ түләү сәбәптерен аңлатты һәм мәсьәләне хәл итеү юлдары менән таныштырҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Башҡортостанда йылытыу миҙгеленә әҙерлек 88 процентҡа баһалана. 15 сентябргә тиклем ҡала һәм райондар йорттарға йылы бирергә әҙер булырға тейеш.