Әбйәлил районы Йәнекәй ауылында йәшәгән Ҡунаҡҡоловтарҙың йәшәү асылын ошо ике һүҙ менән аңлатырға мөмкин. Ағалы-ҡустылы өс бер туған, мәкерле генетик сир аяҡтан йығыуға ҡарамаҫтан, тырышып донъя көтә, тулы ҡанлы тормош алып бара. Көслө рухлы, йүнсел, моңло Ҡунаҡҡоловтарҙың йылы, ҡунаҡсыл йортонда БЮТ каналының ижади төркөмө лә булды. Хәбәрсе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Улар утынын да яра, гантелен дә күтәрә, гармунын да һыҙҙыра, хатта ярты йыл эсендә өй ҙә һалдырып инә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тип йәшәгән меңдәрсә ир-егеттәр һымаҡ. Тик бер туған Ҡунаҡҡоловтарға был эштәрҙе инвалид коляскаһында ултырып башҡарырға тура килә.
Әбйәлил районы Йәнекәй ауылынан ағалы-ҡустылы Фәиз, Рафиҡ, Рәфистең йәшәүгә ынтылышын, тормошҡа һөйөүен бер ҡаршылыҡ та һындырылыҡ түгел. Улар һынауҙарға бирешмәйенсә, ауырлыҡтарға зарланмайынса, үҙ көсөнә генә ышанып йәшәргә өйрәнгән.
Ҡунаҡҡоловтарҙың бар проблемаларҙы үҙ аллы хәл итергә, башҡаларға ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышыуҙан зыян күргән саҡтары ла була. Рәфис табип тикшереүе уҙғанда күтәртеп кешене ыҙалатмаҫ өсөн шыуышып тигәндәй үҙе инә. Һөҙөмтәлә комиссия ағзалары хәрәкәт итә алаһың тип беренсе төркөм биреүҙән баш тарта. Ә сир йылдан-йыл үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Шуға күрә быйыл Ҡунаҡҡоловтар мотоблок алған, соҡор-саҡырлы юлдан коляскала йөрөрлөк түгел. Бигерәк тә яҙлы-көҙлө урамдар батҡаҡҡа әйләнә.
Иң ғәжәпләндергәне –Ҡунаҡҡоловтарҙың пенсия аҡсаһына ғына өй һалып сығыуы. Әйтеүе генә рәхәт. Ә уларға йылдар буйы бар килемдәрен туҙҙырмай ғына ҡыҫып йыйырға, яйлап ҡына бураһын, төҙөлөш материалдарын йүнләргә тура килә.
Әлбиттә, Ҡунаҡҡоловтар үҙҙәренә генә ышанып өйрәнгән, улар дәүләттән дә, хакимиәттән дә, ауылдаштарынан да ярҙам көтмәй. Әммә был мохтажлыҡ юҡ тигәнде аңлатмай. Йәнекәй клубы мөдире Идиә Ғәлимова фекеренсә, тәү сиратта йортто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу мотлаҡ. Сөнки Ҡунаҡҡоловтар йыл һайын 5-6 йөк утын әҙерләргә мәжбүр.
Әле газ үткәреү маҡсатында өйгә документтар юллау башланған. Ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтар сенсор экранлы кеҫә телефоны алыу хаҡында ла хыяллана. Мода ҡыуыуҙан түгел, телефон егеттәр өсөн төп бәйләнеш сығанағы, туғандар, яҡындар менән аралашыу мөмкинлеге. Изге ниәттәрҙең тормошҡа ашырына шик юҡ, Ҡунаҡҡоловтар һынауарҙы еңеп, маҡсаттарына өлгәшеп өйрәнгән. Ярҙам итергә теләгәндәр өсөн телефон номерын экранда күрәһегеҙ.
89507486783 - РӘФИС ҠУНАҠҠОЛОВ
89374787493 - РАФИҠ ҠУНАҠҠОЛОВ
Рәмзиә Кәримова