Улар боҙ һарайы менән ҙур бассейн. Уҙған ял көндәрендә нефтселәр ҡалаһы үҙенең 75 йыллығын билдәләне. Күркәм юбилейҙы ҡала халҡы тулыһынса төҙөкләндерелгән 8 йәмәғәт урыны менән ҡаршыланы. Алда тағы ла күләмлерәк эштәр көтә. Был турала тулыраҡ киләһе репортажда.
Сталин ампиры стилендә коллонадалар, осло ҡыйыҡ, ураҡ һәм сүкешле архитектура һәйкәле. Октябрьский ҡалаһындағы музыка колледжы ярты быуаттан һуң яңырыу осоро кисерә. Төҙөүселәр алдында бинаның тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, сәнғәт үҙәге киләһе уҡыу миҙгеленә йәнә үҙ ишектәрен асырға тейеш. Күләмле ремонт өсөн 170 миллион һум бүленгән.
Ә был яңы асылған артобъект. Ул ҡаланың генераль планын эшләгән архитекторҙар - ағалы-ҡустылы Весниндарға арналған. Тап улар башланғысы менән бөгөнгө Октябрьский үҙенең киң урамдары һәм парктарҙың күплеге менән маҡтана ала. Эскәмйәләге артобъектты урынлаштырыуҙа Дәүләт Думаһы депутаты Рифат Шәйхетдинов ҡатнашҡан.
Шулай ҙа урындағы халыҡ Октябрьскийҙың республика картаһында барлыҡҡа килеүенә тап уларға бурыслы. Радий Хәбиров «Нефтселәрҙең хеҙмәт ҡаһарманлығы» монументына сәскәләр һалды. Ҡаланың киләсәге 1944 йылдың сентябрендә хәл ителә, легендар 100-сө скважинанан юғары сифатлы девон нефте урғылып сыға. Уникаль ятҡылыҡ донъялағы бай сығанаҡлы бишәү иҫәбенә инә.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Октябрскийҙа һайлау штабтарының киңәйтелгән ултырышында ла ҡатнашты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, алда торған сәйәси компания һөҙөмтәләре республиканың һәм тотош илдең тотороҡло үҫешенә йоғонто яһаясаҡ.
Ҡаланың 75 йыллығы уңайынан үҙәк майҙанда байрам концерты үтте. Ҡала башлығы Алексей Шмелев Октябрский үҫешенә тос өлөш индереүселәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Быйыл федераль програма сиктәрендә бында 8 йәмәғәт урыны тәртипкә килтерелгән. Артабан бассейн һәм боҙ һарайы төҙөү бурысы тора.
Илдар Байбулатов