Төбәк аграрийҙары рапс һәм көнбағыш культураларының 20 процентын йыйып алып, продукцияны тикшереүгә лабораторияларға оҙатты. Һыналған сеймалдан юғары сифатлы көнбағыш майы һыҡтырыласаҡ. Шишмә районы элеваторы эше менән беҙҙең ижади төркөм танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Шишмә районындағы май экстракцияһы заводында лаборатор тикшереүҙәр тынғаны юҡ. Үҫтерелгән уңыш сифаты нормала булған осраҡта ғына көнбағыштан май һыҡтырыласаҡ. Шөңгәккүл элеваторында күп яҡлы һынауҙарҙы уңышлы үткән сеймал ғына ҡабул ителә.
Шишмә районындағы предприятие көнбағыш майы етештереүҙә махсуслашҡан. 2018 йылда унда рапс майы һығылып, Европаға экспортҡа оҙатыла башланы. Йыл дауамында Шөңгәккүл базаһы аша 150 мең тоннанан ашыу көнбағыш үтә.
Сеймал Башҡортостан хужалыҡтарынан ғына түгел, Ырымбур, Һамар, Ульяновск, Силәбе өлкәләренән дә килтерелә. Көн һайын завод 1000 тонна орлоҡ эшкәртеп, көнбағыш майы һәм башҡа продукция төрҙәре сығара. Шишмә районында етештерелгән май Рәсәйҙән тыш Европа илдәренә лә һатыуға ебәрелә. Көнбағыштан тыш, район аграрийҙары кукуруз, гәрсис, рапс, сөгөлдөр һәм ужым культуралары ла үҫтерә.
Әлбиттә, йәйге селлә һәм ҡоролоҡ аграр тармаҡ өсөн йоғонтоһоҙ үтмәне. Шишмә районы буйынса ла бойҙай культуралары күҙалланған һандарҙан кәмерәк йыйылған. Шуға ла баҫыу эшсәндәре ямғырҙар башланғанға тиклем булған үҫтерелгән уңышты йыйып, миҙгелде юғалтыуҙарһыҙ тамамларға ниәтләй.
Флорида Ким