Балтас районында бөйөр эшмәкәрлеге етешмәүҙән интеккән пациенттарҙың ғүмерҙәрен оҙайтыуға мөмкинлектәр асыла. Был үҙәк Балтаста йәшәүселәрҙән тыш, Асҡын, Борай, Тәтешле, Ҡариҙел райондарында йәшәгән пациенттарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Был кушеткаларҙа тиҙҙән бөйөр эшмәкәрлегендә етешһеҙлектәр булған пациенттар дауаланасаҡ. Шлактарҙы һәм организм эшмәкәрлегенән ҡалған тарҡалыу продукттарын бөйөрҙәр үҙ аллы эшкәртә алмаған осраҡта гемодиализ тәғәйенләнә. Гемодиализ үткәрелмәһә, көслө интоксикациянан пациенттың ғүмере өҙөлә. Элегерәк бындай ауыр сиргә дусар булыусылар кәмендә аҙнаһына ике тапҡыр Өфө һәм Бөрө ҡалаларына гемодиализ үтергә йөрөгән.
Белгестәр билдәләүенсә, гемодиализ терапияһын үтеүсе пациентҡа аҙнаһына 300 литрҙан ашыу һыу талап ителә. Процедура барышында һыу ҡан менән контактҡа инә, шуға ла уның сифатына талаптар ҙа юғары. Һыу таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән махсус аппараттарға айырым кабинет булдырылған.
Гемодиализ үҙәгендә эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәр махсус курстарҙа белем алған. Үҙәк сентябрь урталарында асыласаҡ тип көтөлә.
Гемодиализ бүлегендә һәр ике сменала һайын ете пациен ҡабул ителәсәк. Пациенттар һаны артҡанда хеҙмәткәрҙәр өс сменала ла сирлеләрҙе ҡабул итергә әҙер.
Гүзәл Борханова