Пандемия башланған осорҙан төбәктә яңы инфекция йоҡтороусылар 58 862-гә етте

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 300 кешегә ҡуйылған. Сирлеләрҙең 769-ы стационарҙарҙа дауалана, уларҙың 466-һы 60 йәштән өлкәндәр.

Ауыр хәлдәге 55 пациенттың 12-һе ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 2 496 сирле ковид вирусына ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә сирҙән 32 кеше һауығып сыҡҡан.

Ҡыҙғанысҡа, үлем статистикаһы бығаса күҙәтелмәгән сикте үткән - бер көн эсендә мәкерле сир 16 кешенең ғүмерен өҙөп, коронавирустан һәләк булыусылар 1 203 кешегә кетте. Төбәктә шулай уҡ халыҡты Ковид-19 вирусынан вакциналау дауам итә.

Тәүлек эсендә генә тағы ла 2 776 кеше прививка яһатҡан. Уларҙың 2 309-ы вакциянацияны тулыһынса тамамлаған.

Гөлдәриә Йосопова