Халыҡтар дуҫлығы йорто кубогына халыҡ-ара ярышта республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 21 батыр көс һынашты. Ағиҙел ярындағы амфитеатрҙа үткән сараны БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле тәңгәлендәге түбәнге майҙанда 25 көрәшсе 5 дисциплина буйынса көс һынашты. Башҡортостандан тыш, Рәсәй төбәктәрен, Конго , Камерун, Чад, Һиндостан, Мысыр һәм Тажикстан, Төркмәнстандан килгән егеттәр мәргәнлектә һәм таһыллыҡта ярышты. Халыҡ-ара фестиваль сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә ойошторолдо.
Йәш батырҙар араһында иң шәп суҡмар ташлаусы, биш мәрәйҙән уҡтан сәпкә тейҙереүсе асыҡланды. Шулай уҡ яҡшы физик әҙерлек талап иткән тарт-эт һәм таяҡ тартышта көсөргәнешле ярыш барҙы. Ярыштарҙы Башҡортостандың мас-реслинг федерацияһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Раил Бикмаев баһаланы.
Бөтә һынауҙарҙы уңышлы үткәндән һуң Конго вәкиле Миателана Геш Тефред өсөнсе , Ирандан Пурхейдара Навида икенсе урынды яуланы. Башҡортостандан Илнур Мифтахов еңеүсе тип табылды.
Сара һуңында еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Батыр-стартта майҙан тотоусы егеттәр сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты үҙ итеүен көсөргәнешле бәйгелә раҫланы.
Ағиҙел ярындағы амфитеатрҙа ойошторолған «Батыр-старт» фестивалендә «Мәргән уҡсы» ярышында ҡатнашырға мөмкин ине. «Мәргән уҡсы» ла биш ынтылыштан мәрәй йыйырға мөмкин булды. Беҙ ҙә ятып ҡалғансы, атып ҡалырға булдыҡ.
Гүзәл Борханова