Өфөлә фехтование буйынса республика беренселеге үтте

Турнирҙа 15 йәшкә тиклемге рапирасылар һәм шпажистар ҡатнашты. Тәүҙә шәхси зачетта иң көслөләр асыҡланды. Һуңынан командалар көс һынашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ике этапта ярышыу спортсыларға күберәк тәжрибә туплау мөмкинлеге бирә.

Декабрҙә был йәш төркөмөнө ҡараусылар Тольяттиҙа үтәсәк ил беренселегендә ярыша. Турнирҙа судья сифатында шпажистар араһында Рәсәй чемпионы һәм донъя беренселеге еңеүсеһе Полина Хәйретдинвоа сығыш яһаны.

Рәсәй чемпионатына тәүге һайлап алыу турҙары үтте. Ярыштар фервалгә тиклем дауам итә. Артабан спорстыларҙың рейтингы төҙөлөп ил йыйылма командаһы тупланасаҡ.

Полина Хәйретдинова, шпажистар араһында донъя беренселеге еңеүсеһе, ярыш судьяһы

Көҙ башланды, миҙгел асылды. Ярыштар бик күп. Кисәгенә спортсылар шәхси зачетта сығыш яһаһы, бөгөн иң көслөләре Выборгҡа юллана.

Владимир Прокаев, фехтование буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы өлкән тренеры

Гөлдәриә Йосопва