Башҡортостанда ата-әсәләр мәктәптә ашатыу сифатын ситтән тороп күҙәтә ала. Интернетта дәүләт мәғлүмәт системаһы булдырылған. Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә мәктәптә балаларҙы ашатыу мәсьәләһе ҡаралды. Сауҙа һәм хеҙмәттә министры Алексей Гусев доклад менән сығыш яһаны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАшатыу сифатын тикшереү өсөн даими күҙәтеү алып бара. Мәктәптәрҙә ашханалар тәртипкә килтерелә, шулай уҡ ашатыу операторҙары менән оҙайлы килешеүҙәргә өҫтөнлөк бирелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров кәмендә өс йылға килешеү төҙөү кәрәклеген белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуында мәктәптәрҙә балаларҙы ашатыу темаһына арналған һөйләшеү ойошторола. Тура эфир 18 сәғәт 15 минутта башлана. Һорау, фекер һәм тәҡдимдәрегеҙ өсөн бәйләнеш телефоны: 285-77-85.