17 сентябрҙә һайлау барышын күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабының шылтыратыуҙар үҙәге эшләй башлай. Унда тауыш биреүгә бәйле һорауҙар бирергә була. Улар 17 һәм 18 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә, 19 сентябрҙә киске сәғәт туғыҙға тиклем ҡабул ителә. Күп каналлы бәйләнеш телефоны: 280-89-90, Өфөнөң коды: 347. Һорауҙарға һайлауҙар барышын күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы ағзалары, шулай уҡ “Граждандар контроле” берләшмәһенең төбәк бүлексәһе юристары яуап бирә. 17, 18, 19 сентябрҙә Йәмәғәт штабының мобиль төркөмдәре эшләй. Улар бәхәсле осраҡ килеп сыҡһа йә ҡанунды боҙоу күҙәтелһә һайлау участкаларына бара. Йәмәғәт штабын Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Панчихина етәкләй. Йәмәғәт күҙәтеүселәре корпусына 7 мең самаһы кеше ингән.