Хөкүмәттә үткән ултырышта ауылға эшкә барған мәҙәниәт белгестәренә компенсация түләү раҫланды. Май айында “АРТ-Ҡоролтай” форумы барышында Радий Хәбиров “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы булдырылыуы тураһында белдергәйне. Әле бындай проект федераль кимәлдә ҡарала ғына. Беҙ ауылға эшкә барған белгестәргә аҡсалата ярҙам булдырырға ҡарар иттек. Юғары уҡыу йорто һәм колледж тамамлаған йәштәрҙе ауылға әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк”, - тип белдерҙе Премьер-министр Андрей Назаров. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, ауылдарға 400-гә яҡын мәҙәниәт хеҙмәткәре кәрәк. Бигерәк тә клуб һәм балалар сәнғәт мәктәбендә белгестәр етмәй. Шул уҡ ваҡытта тармаҡта эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең өстән бер өлөшө пенсия йәшендә. “Был программа бик күп йәштәргә ауылда төпләнергә ярҙам итер”, - тигән фекерҙә Мишкә районынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илгиз Шәкүров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДәүләт ярҙамы 35 йәшкә тиклемге белгестәргә күрһәтелә.