Торлаҡ йәки ер участкаһы һатып алыуға ярты миллион һум

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһында ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтелсәк. Проектты ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында тикшерелде.

Дәртләндереү сараһы мәҙәниәт өлкәһендә профилле белеме булған 35 йәшкә тиклемге белгестәргә тәғәйенләнгән. Исемлеккә мәҙәни-ял итеү үҙәктәре, китапхана, музей хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендәге өҫтәмә белем биреү педагогтары ингән. Дәүләт ярҙамына дәғүә итеүселәрҙең ауыл ерендә йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалала 2018 йылдан һуң эшләй башлауы шарт.

Әйткәндәй, республика бөгөн мәҙәниәт өлкәһендәге 360 белгескә ҡытлыҡ кисерә. Кадрҙарға ихтыяж тәү сиратта ауыл клубтарында һәм балалар сәнғәт мәктәптәрендә күҙәтелә. Бер үк ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙең өстән бер өлөшө пенсия йәшендәге кешеләр.

Илдар Байбулатов