Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан ауылдарының инфраструктураһы яҡшыра

Юл аҙабы артта ҡалды. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан ауылдарының инфраструктураһы яҡшыра. Һыу торбалары яңыртыла, юлдар һалына, йорттар зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыла.

Иглин районы Верный ауылында ла күптәнге пробемалар хәл ителә башланы. Шуларҙың береһе – Дуҫлыҡ урамының тәртипкә килтерелеүе. Урындағы халыҡ яңы юл һалыу мәсьәләһен беренсе йыл ғына күтәрмәй. Әммә финанстар юҡлығы һөҙөмтәһендә бар эштәр соҡорҙарҙы ямау менән генә сикләнә.

Ниһәйәт, быйыл бишенсе категориялы юл һалыуға, йәғни ҡырсынташ түшәүгә республика бюджетынан финанстар бүленә.

Илдар Байбулатов