Бөгөн Благовар район Языков ауыында йәшәүселәр социаль селтәрҙә район үҙәгендә тәүге ҡар яуыуы тураһында хәбәр итте. Яуым-төшөм тиҙ генә иреп бөтмәй, бер аҙ ер өҫтөндә тотҡарланған.
Әйткәндәй, 15 сентябрҙән һуң синоптиктар йәнә көндәрҙең йылыныуын һәм әбейҙәр сыуағы етеүен вәғәҙәләй.
Гөлдәриә Йосопова