Баш ҡаланың 32-се ҡала китапханаһында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәренең ижади эштәре күргәҙмәһе асылды.
Экспозицияла 26 ижадсының 60-тан ашыу эше ҡуйылған. Уларҙың күпселеген паннолар һәм картиналар тәшкил итә. Берекмә эшсәндәре был матурлыҡлы буш ваҡыттарында ижад иткән. Конструктор Фәнүриә Ғабдрахманова, мәҫәлән, паннолар оҫтаһы. 1-се синыфтан ҡул эштәре менән мауыҡҡан ханымдың һәр эше уның күп яҡлы талантын күрһәтә.
Күргәҙмә ике ай дауам итәсәк. Бында сигеү һәм бәйләү өлгөләренән тыш, бөтә Рәсәйгә билдәле оҫталар, Обуховтар ғаиләһенең һаламдан эшләнгән сувенир паннолары, Виктор Никишиндың ағасты өҙмәй эшләгән сылбырҙары менән дә танышырға мөмкин.
Гүзәл Борханова