Думаға һайлау бюллетендәре баҫыла башланы

Һайлауға бюллетендәр сығарыла. “Белая река” йәмғиәте типографияһында бюллетендәр баҫтырыла башланы. Бланктарҙың 80 проценттан ашыуы - рус, 12 проценты - башҡорт һәм 5 проценты татар телендә нәшер ителә. “Яҡын арала бюллетендәр территориаль һайлау комиссияларына таратыла башлай”, - ти Республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һайлау өс көн – 17, 18, 19 сентябрҙә үтә. Башҡортостан халҡы Дәүләт Думаһынан тыш, республика парламентының айырым участкалары буйынса депутаттар һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарын һайлай.