Семинар-кәңәшмә майлы культуралар селекцияһын камиллаштырыуға арнала. Уның эшендә ауыл хужалығы министрлығы, предприятие, хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда майлы культураларға өҫтөнлөк бирелә. Көнбағыштан тыш хужалыҡтар рапс, етен үҫтерә. Был сәсеүлек майҙандарын төрлөләндерергә һәм иҡтисади хәүеф кимәлен кәметергә мөмкинлек биргән. Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, юғары технология ҡулланғанда, яҡшы уңыш алырға була, ти Агрохим-Гарант” компанияһының генераль директоры Илдар Исхаҡов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАуыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 80 меңгә яҡын гектар майҙанда майлы культуралар йыйып алынған. Был - планға ҡарата 20 процент.