Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡатнашыусы партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселеге сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар һәм журналистар менән осрашып, Башҡортостан үҫешенә ҡағылышлы пландары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә фирҡәләрҙең рейтингы менән таныштырҙылар.
Белгестәр билдәләүенсә, республика һайлауға килеүселәр күрһәткесе буйынса ил кимәлендә алдынғы урындарҙа буласаҡ, был, тәү сиратта, электораль йолалар һәм граждандарҙың юғары дисциплинаһына бәйле.
Гөлназ Хәйбуллина