Был турала БАШРТС ресурс тәьминәте ойошмаһы хәбәр итә. Законға ярашлы, йылытыу миҙгеле 1 октябрҙән 15-нә тиклемге осорҙа башлана. Әммә уртаса тәүлек температураһы 5 көн дауамында 8 градус һыуыҡтан күтәрелмәһә, миҙгелдең алдан башланыуы ла мөмкин. Һуңғы йылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, бындай һауа шарттары сентябрь аҙағы – октябрь башында уҡ урынлаша.
Йәйге осорҙа түләүҙәр эҫе һыу өсөн генә яҙылһа, йылытыу миҙгеле башланыу менән квитанцияла яңы юл барлыҡҡа килә. Түләү күләме йорттарҙағы уртаҡ йылылыҡ энергияһын иҫәпләү ҡоролмаһы күрһәткестәре йә иһә Тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләгән тарифтарҙан сығып формалаша. Шул уҡ вакытта өфөләр йылылыҡ өсөн хәҙерҙән аванс индерә ала. Был осраҡта йылытыу миҙгеле дауамында түләү бер аҙ еңелгә төшә.
Гөлдәриә Йосопова