Ял биләмәһенең проекты Киров районында уҙған йәмәғәт тыңлауҙарында ла тикшерелде.
Мөғин Нагаев исемендәге Гвардиясылар скверы башҡаланың Ғабдулла Амантай урамында урынлашҡан. Әле уны төҙөкләндереү буйынса әҙерлек алып барыла. Проекттың авторы – Ҡла дизайны үҙәгенең архитекторы Дарья Ковшенина. Ул әйтеүенсә, биләмәне йәшелләндереү ҡаралған, шулай уҡ сквер майҙанын таҙартыу, плитәләр һалыу планлаштырыла.
Халыҡтың тәҡдимдәре лә иҫәпкә алына. Йәмәғәт тыңлауҙарында сығыш яһаусылар үҙ фекерҙәрен дә еткерҙе, улар сквер оло быуын вәкилдәре өсөн дә, йәштәргә лә уңайлы булһын тигән теләктә. Эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡоролмалары булырға тейеш. Йәмәғәтселекте ниндәй ағастар ултыртыласағы ла, һыу системаһының нисек урынлашасағы ла ҡыҙыҡһындыра.
Йәмәғәт тыңлауҙары Өфөнөң 160-сы гимназияһында уҙҙы. Был белем усағы ла һуғыш ветераны Мөғин Нагаевтың исемен йөрөтә. Мөғин Кәрим улы генерал Шайморатов еткселегендә 112 башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан. Ҡаһарман яугирҙың исеме мәктәпкә лә, скверға ла Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән бирелде.
Рәмзиә Кәримова