Иглин районында коммерция булмаған ойошмалар һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус семинар ойошторолдо. Маҡсаты гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү. Уҡыуҙар барышында грант конкурстарында ҡатнашыу юлдары тураһында бәйән ителде.
Семинарҙа сығыш яһаусылар коммерция булмаған ойошмаларға Президент грантын алыу өсөн әҙер кейстар ҙа тәҡдим итте. Ғариза тапшырыу, документтар юллау аныҡ миҫалдар менән өйрәтелде. Хаталар өҫтөндә эш башҡарылды. Семинарҙа ҡатнашыусылар гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса проекттарын яҡланы.