Күптән түгел Шаран районы мәҙәниәт йорто коллективы ошо программа сиктәрендә Газель пассажир микроавтобусына эйә булды. Уңайлы транспортта Мәҙәниәт һарайының концерт бригадаһы район ауылдарына сыға, республика кимәлендәге сараларға ла юллана ала. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова әҙерләгән яҙмала.
Яңы Ҡаръяуҙы ауылы тамашасылары өсөн концерт программаһы асыҡ һауала ойошторолдо. Һигеҙ кешенән торған ижади төркөм яҡташтарына бай йөкмәткеле программа бүләк итте. Артистарҙың маҡсаты күңел арбар йыр-моңдары менән өр-яңы автобуста райондың һәр ауылына барып етеү.
Сағыу концерт программаһы тамашасы күңеленә хуш килде. Кемдәрҙер дәртле көйҙәргә бейергә лә төшөп китте. Шаран ере элек-электән халыҡ араһынан сыҡҡан талант эйәләре менән дан тота. Бынан ары уларға республика һәм төбәк-ара кимәлдәге фестиваль-конкурстарға барыу өсөн транспорт эҙләргә тура килмәйәсәк. 17 урынлыҡ бөтә уңайлыҡтары булған микроавтобус тулыһынса мәҙәниәт усағы ҡарамағында.
Ошо уҡ көндө район артистары Шаранбаш-Кенәз ауылы халҡы алдында ла сығыш яһаны. Гастролдәр көндәр һыуынғас та туҡтамаясаҡ. Тамашасылар автоклубты көтөп ҡала.
Гөлдәриә Йосопова