Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн тура бәйләнеш ваҡытында белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, милли батырыбыҙҙың һәйкәлен киләһе йәй ремонтлау ҡаралған. Дүрт сәғәттән ашыу дауам иткән тура бәйләнеш ваҡытында милли-мәҙәни өлкәгә, социаль-иҡтисади тармаҡҡа ҡағылған башҡа һорауҙар ҙа яңғыраны. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тура бәйләнеш башланыуға бер сәғәттән ашыу ваҡыт бар. Урындар әлегә буш, әммә ҡатнашыусыларҙың исемлеге билдәле. Өҫтәлдәрҙә исем-шәрифтәр яҙылған. Уның ҡарауы пульт артында эш ҡайнай. Техник состав өсөн яуаплы мәл.
Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш киске сәғәт етегә тәғәйенләнгән. Зал әҙер. Әммә һөйләшеү коридорҙа уҡ башлана. Радий Хәбиров сара ойошторолған Республика менән идара итеү үҙәгенең әһәмиәте, вакцинация тураһындағы һорауҙарға яуап биреп тә өлгөрә. Ә артабан инде темалар төрлө юҫыҡҡа йүнәлтелә. Мәҫәлән, Светлана Гинзбургты Башҡортостан сода компанияһының яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Радий Хәбиров әйтеүенсә, предприятие тәүге ярты йыллыҡта рекордлы табыш алған. Был һөҙөмтә артында барыбыҙға ла билдәле ваҡиғалар ята.
Һорауҙар төрлө темаларға ҡағыла. Мәҫәлән, Башҡортостан кинематографистары союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаеваны Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы борсой. Сөнки әлеге ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә тарихи һәйкәлде ремонтлауға бәйле бәхәстәр күп.
Артабан баш ҡаланың Совет майҙанында Миңлеғәле Шаймратовҡа һәйкәл дә ҡалҡып сығасаҡ. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостанда тарихи исемдәрҙе мәңгеләштереү артабан да дауам итәсәк. Быйыл асылған Альбанов музейы Өфө халҡында һәм ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ошонда уҡ Шаляпинға музей асыу ҡарала. Тағы ла билдәһеҙ исемдәр музейы асырға була.
Унда Кәрим Хәкимов, Муллаян Халиҡов кеүек данлыҡлы яҡташтарыбыҙ хаҡында һөйләргә мөмкин. Тура бәйләнеш ваҡытында күләмле проблемалар ҙа, шәхси һорауҙар ҙа күтәрелде. Мәҫәлән, Радий Хәбиров үҙенә алмашсы әҙерләйме?
Финанс ауырлыҡтар кисергән «Өфө» футбол клубын ҡеүәтле предприятиеға беркетеү, балалар спорт секцияларын үҫтереү, мәҙәниәт өлкәһен юғары квалификациялы кадрҙар менән тулыландырыу, йылыллыҡ өсөн түләүҙәрҙе контролдә тотоу, йәмәғәт транспортында тәртип урынлаштырыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү менән бәйле мөрәжғәттәр. Уңайһыҙ һорауҙар ҙа юҡ түгел. Һәр береһе мөһим, кәрәкле. Республика башлығы ла уларҙы һәр береһенә ентекле яуап бирергә тырышты.
Рәмзиә Кәримова