Илдең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрына Рәсәй Геройы исеме бирелде. Владимир Путин армия генералы Евгений Зиничевҡа, үлгәндән һуң, юғары исем биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Кремль сайтында донъя күргән. Ведомство етәксеһе фажиғәле вафат булған. Ул Красноярск крайында ведомство-ара күнекмәләрҙә ҡатнашҡан. Норильск ҡалаһында текә ярҙан ҡолап төшкән. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә министрҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Евгений Зиничев 55 йәштә була. Ул 2018 йылдан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры вазифаһын үтәй. Ведомствоның Башҡортостан идаралығы бинаһында Рәсәй Геройының яҡты иҫтәлегенә бағышланған урын булдырылған. Кешеләр унда сәскәләр килтерә ала.