Оҫта һыбайлылар ярышҡа әҙерләнә

 11 сентябрҙә Өфөлә “Терра Башҡортостан” ат турнирының 9 этабы үтә. Унда Борай, Миәкә, Мәсетле, Ғафури һәм Ейәнсура райондарынан һәүәҫкәр спортсылар ҡатнаша. Ярыш шарты буйынса, улар башҡорт тоҡомло аттарҙа сығыш яһай. Бәйге барышын БСТ телеканалы тура эфирҙа күрһәтә. Уны шулай уҡ социаль селтәрҙә лә ҡарарға була. Турнирҙың приз фонды 10 миллион һум.