Инвалидтар гражданлыҡ бурысын нисек үтәйәсәк?

Был һорау Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында тикшерелде. Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала мөмкинлеге сикләнгән 240 мең самаһы кеше йәшәй.

Шуларҙың 8 меңе һуҡыр, 12 меңе һаңғырау һәм 17 меңе терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары менән яфалана. Шуға ла сәйәси кампания ваҡытында һайлау участкаларының уңайлығын тәьмин итеү мөһим. Әлегә тикшереү һөҙөмтәләре бер аҙ етешһеҙлектәр асыҡлаған, әммә улар киләһе аҙнаның йомаһына тиклем бөтөрөлөргә тейеш.

Әле республика буйлап рейдтар ойошторола. Белгестәр һайлау участкаларының пандустар, тотоноп менеү өсөн ҡулайламалар, саҡырыу төймәләре һәм тактиль күрһәткестәр менән тәьмин ителеүен тикшерә.

Шулай уҡ ярҙамға ирекмәндәр ҙә йәлеп ителәсәк. Бынан тыш, өй шарттарында ла тауыш бирергә мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы һайлау өс көн буйына, 17-19 сентябрҙә үтәсәк.

Илдар Байбулатов