Яңы уҡыу йылынан Башҡортостан мәктәптәрендә туҡланыу системаһына күҙәтеү арта

Малай-ҡыҙҙарға ашханала тәҡдим ителгән ризыҡтың сифатын яҡшыртыу өсөн бер нисә комиссия ойошторола. Учреждение сайтында меню буйынса әҙерләнгән аш-һыуҙың фотоһүрәттәре һалына, ата-әсәләр һайлаған комиссия ағзалары ашты тәмләп ҡарап дөйөм баһа сығара. Мәктәптә туҡланыу системаһы өсөн яуаплыҡ учреждение етәкселегенә йөкмәтелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Тәмле, файҙалы һәм туҡлыҡлы. Мәктәп ашханаһы хеҙмәткәрҙәре ризыҡтарҙы ошо өс талап буйынса әҙерләргә тырыша. Өфөнөң 121-се гимназияһының ашханаһында яңыртылған меню малай-ҡыҙҙарҙың күңеленә хуш килгән. Төшкө аштан һуң өҫтәлдәге һауыт-тәрилкәләрҙең күбеһе буш тороп ҡала.

Өфө мәктәптәрендә туҡланыу системаһы «Балалар өсөн диета үҙәге» тарафынан ойошторолған. Уға ярашлы башланғыс синыфтарҙа уҡыусылар бушлай туҡлана. Көн һайын тикшерелгән меню йәш организм үҫеше өсөн файҙалы итеп төҙөлә, ә өҫтәлдәге ризыҡтар витаминдарға бай продукттарҙан бешерелергә тейеш. Бутҡа, йәшелсәләрҙән яһалған салат, ит ризыҡтары - мәктәп балаларына тәҡдим ителгән меню сәләмәт туҡланыу ҡағиҙәләренә ярашлы көйләнә. 

Республикала мәктәптәрҙе туҡландырыусы комбинаттар оҙайлы килешеү буйынса эшләй. Был алым компанияның яуаплығын арттыра, продукцияның сифатын күҙәтергә булышлыҡ итә.

Балаларҙын мәктәптә нимә ашағанын ата-әсәләр үҙҙәре контролдә тота. Бының өсөн уҡыу йортонда комиссия ойошторолган. Ата-әсәләр һайлаған вәкилдәр балаларға тәҡдим ителгән ризыҡтарҙы тәмләп ҡарап үҙ фекерен мәктәп етәкселегенә еткерә. Комиссия ағзалары мәктәпкә көнөнә ике тапҡыр килеп ашамлыҡтарҙы тикшереп китә.

Йыл дауамында республика мәктәптәрендә 600 тапҡырҙан ашыу тикшереү үткәрелгән. Белгестәр белем биреү учреждениеһында туҡланыу кимәлен баһалап, ашханалар эшмәкәрлегенә үҙ тәҡдимдәрен еткергән. Туҡланыу өлкәһе түбән сифатлы булғанда, мәғлүмәт контроль-күҙәтеү органдарына тапшырыла.

Мәктәптә туҡланыу сифаты продукцияға ғына бәйле түгел. Матди-техник база, ашхана хеҙмәткәрҙәренең тәжрибәһе, комбинаттың яуаплылығы һәм башҡа һорауҙар иғтибар үҙәгендә ҡала. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн ниндәй генә үҙгәрештәр индерелһә лә маҡсат бер - балаларҙың өҫтәленә тәмле һәм файҙалы ризыҡ ҡуйылырға тейеш.

Флорида Ким