Быйыл түләүһеҙ нигеҙҙә миллион ике йөҙ мең кешегә привика яһатыу ҡаралған. Өфөнөң 38-се поликлиникаһында киҙеүгә ҡаршы вакцинациялау барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова күҙәтте.
Андрей Салиев транспорт өлкәһендә эшләй. Һөнәре буйынса йыш ҡына халыҡ менән тығыҙ аралашырға тура килә. Шуға ла киҙеү миҙгеле башланғансы, ул иммунитетын көсәйтеү маҡсатында привика эшләтергә булған.
Баш ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә мәғариф, медицина хеҙмәткәрҙәренең, студенттарҙың һәм хәрбиҙәрҙең һәм йәше алтмыштан өҫтә булған өлкән йәштәгеләрҙең иммунитетын көсәйтеү маҡсатында вакциналар бүленгән. Балаларға киҙеүгә ҡаршы вакциналар сентябрҙең икенсе яртыһында килтереләсәк тип көтөлә.
Прививкалау пациенттың үҙ теләге һәм ризалығы менән генә башҡарыла. Шулай уҡ был процедура сәләмәтлек торошона ҡарап та үткәрелә.Вакцина ҡаҙатҡандан һуң организмда сиргә ҡаршә тора алырлыҡ есемдәр барлыҡҡа килә. Кеше бер-нисә көн ауырып алыуы ла ихтимал.
Быйыл халыҡты вакцинациялау киҙеүҙән тыш, КОВИД ҡаршы прививкалау менән берлектә алып барыла. Тик ике төрлө вакцинаны бер юлы эшләтергә ярамай. Башта корновирусҡа тулы вакциналау үтергә, һуңынан ғына киҙеүгә ҡаршы прививка яһатырға кәрәк. Улар араһында ай ваҡыт үтергә тейеш ти , табиптар.
Былтыр республика халҡының 28 процентына бушлай имунлаштырыу үткәрелһә, быйыл был күрһәткес 30 процентҡа еткерелә. Башҡортостанда бер-нисә йыл рәттән Рәсәйҙә етештерелгән вакцина ҡулланыла. Уның хәүефһеҙ булыуын табиптар ҙа билдәләй.
Өфөнөң 38-се ҡала поликлиникаһына киҙеү 9200 доза вакцина килтерелгән. Уларҙың 7200 cовигрипп, 2000 ультрикс вакциналары. Әлеге көнгә тиклем меңгә яҡын кеше киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләткән.
Гүзәл Борханова