Радий Хәбиров ҡуйған бурыс республиканан Дәүләт Думаһына һайланасаҡ депутаттарға ла ҡағыла.
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Халыҡ фронты майҙансығында үҙенең феркерҙәштәре менән осрашты. Бер өҫтәл артына партияның 6 кандидаты йыйылды. Уларҙың исеме киң аудиторияға яҡшы таныш, һәр береһе төрлө өлкәләрҙә үҙҙәрен күрһәтеп өлгөргән.
Фекер алышыу барышында Хәбиров командаһы халыҡты борсоған проблемаларҙы күтәрҙе, шулай уҡ күпселек тауыш йыйған осраҡта республиканы үҫтереү пландары менән уртаҡлашты.
Радий Хәбиров партия ағзаларын федераль кимәлдә Башҡортостан мәнфәғәттәрен әүҙемерәк яҡларға, шул иҫәптән төбәк программаларына финанстар йәлеп итеүгә үҙ өлөштәрен индерергә саҡырҙы.
Илдар Байбулатов